50. Аллаһү Тәғәлә беҙҙең менәнме? Яуап Аллаһ беҙҙең менән Үҙ Белеүе, Ишетеүе, Күреүе һәм һәр эштәребеҙҙе солғап алыуы менән. Ләкин Үҙ заты менән түгел. Аллаһ әйтә: وَهُوَ مَعَكُمْ أَيْنَ مَا كُنتُمْ وَاللَّهُ بِمَا تَعْمَلُونَ بَصِيرٌ "Ҡайҙа ғына барһағыҙҙа, Аллаһ һеҙҙең менән. Аллаһ һеҙҙең ҡылған ғәмәлдәрегеҙҙе Күреп тора". (Хәдид сүрәһе, 4-се аят) وَهُوَ اللَّهُ فِي السَّمَاوَاتِ وَفِي الْأَرْضِ يَعْلَمُ سِرَّكُمْ وَجَهْرَكُمْ وَيَعْلَمُ مَا تَكْسِبُونَ "Аллаһ ул Күктәрҙә лә һәм Ерҙә лә серҙәрегеҙҙе, һәм асыҡтан-асыҡ ҡылған ғәмәлдәрегеҙҙе лә Белә. Һәм нимә ҡаҙанғанығыҙҙы ла Белә". (Әл-Әнғәм сүрәһе, 3-се аят) قَالَ لَا تَخَافَا إِنَّنِي مَعَكُمَا أَسْمَعُ وَأَرَى "Аллаһ әйтте: Ҡурҡмағыҙ! Ишетеп һәм Күреп Мин һеҙҙең менән". (Та Һа сүрәһе, 46-сы аят) Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa
Аллаһү Тәғәлә беҙҙең менәнме?
3 марта 20243 мар 2024
1
~1 мин