ЩБыл хәл Күмертау ҡалаһында булған. Ҡаланың Карл Маркс урамында хеҙмәт итеү ваҡытында полиция лейтенанты Илфат Әлимбәков менән полиция кесе лейтенанты Илмир Тимербулатовҡа бер ир мөрәжәғәт итеп, "Datsun on-DO" автомобиле менән идара иткән ҡатындың иҫен юғалтып, юлда туҡтап ултырыуы хаҡында әйтә. ЮХХДИ инспекторҙары, “Ашығыс ярҙам”ды көтмәйенсә, ҡатынды патруль автомобиленә тейәп, ҡаланың үҙәк дауаханаһының реанимация бүлегенә алып килә. Табиптар ҡатынға "инсульт" диагнозын ҡуйған. Улар әйтеүенсә, пациенттың ғүмере ҡыл өҫтөндә булған, уны ваҡытында дауаханаға килтереп өлгөргәндәр. Видео: "Моя Уфа/ Новости" төркөмө (vk.com/myufa) Сығанаҡ: “Башҡортостаным/яңылыҡтар” төркөмө (vk.com/bashkortostanim) Фото: видеонан скриншот.