Сәләмәт тормошто пропагандалаған һәм үҙе лә сәләмәт тормош алып барған блогер Гөлназ Ибраһимова гүзәл заттар өсөн дөрөҫ туҡланыу, нисек ябығыу буйынса төрлө кәңәштәре менән социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә бик йыш уртаҡлаша. Бөгөн ул аҡһымдарға бай һәм глютены булмаған печенье бешерергә өйрәтә. Уның өсөн кәрәк:1 ст. ҡыҙыл чечевица4 аш ҡалаҡ һыу2 аш ҡалағы үҫемлек майы4 аш ҡалағы псиллиумбер семтем тоҙ һәм сода1 бал ҡалағы алма һеркәһе (уксус)Төнгөлөккә чечевицаны ебетергә ҡалдырабыҙ һәм иртәнсәк әҙерләп бешерәбеҙ.-яҡшы итеп йыуабыҙ һәм блендер аша үткәрәбеҙ-4 аш ҡалағы һыу һәм 2 аш ҡалағы май ҡушабыҙ-4 аш ҡалағы псиллиум һалып яҡшы итеп болғатабыҙ-бер семтем тоҙ, сода һәм бер бал ҡалағы алма һеркәһен һалып бутайбыҙ.-яҡшы итеп болғатҡандан һуң 5 минут тотабыҙ һәм формалар эшләп 180⁰ с йылынған духовкаға ҡуябыҙ һәм 25-30 минут тирәһендә бешеп сыға. Фото: видеонан скриншот.