Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Беҙҙә ике килограмға еткән иң эре лимон үҫә!

Ике килограмға еткән иң эре емешле лимон сорты тап башҡорт милли геройы хөрмәтенә аталған. – Беҙҙең лимонарий – Өфө урман-техник техникумының уҡытыу-тәжрибә хужалығы менән ғорурланыуҙың сираттағы сәбәбе был. Уның хеҙмәткәрҙәре бына инде 30 йылдан ашыу 3,9 гектар майҙанда цитрус культуралары үҫтерә. “Юбилей” һәм “Ташкент” сорттарының 1300 лимон ағасы йылына 20 тоннанан ашыу уңыш бирә. Лимонарий коллекцияһында 700-ҙән ашыу төр тропик һәм субтропик үҫемлек иҫәпләнә. Ҡала уртаһында нигеҙ һалынғандан алып ошондай тропик оазиста тормошто тәьмин иткән тәжрибәле лимонарий хужабикәһе Фәриҙә Садиҡоваға, шулай уҡ хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә, үҫемлектәр хаҡында хәстәрлек күреүгә һалынған күңел йылыһы өсөн рәхмәт белдерәм һәм республикаға туристар ағымын йәлеп иткән эштәрендә артабан да уңыштар теләйем. Башҡортостан танылыу һәм популярлыҡ яулай, – тип фекерен уртаҡлашты республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов Фото сығанағы: https://t.me/marat_sharafutdinov/385.