Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Баҡсасылыҡ ширҡәттәре мәсьәләләре ҡаралды

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында баҡсасыларҙың “SMART САДОВОД” исемле Бөтә Рәсәй форумы уҙҙы. Бөгөн “Торатау” конгресс-холында “Мөмкинлектәрҙе киңәйтеп” тигән түңәрәк өҫтәлдә баҡсасылыҡ коммерцияға ҡарамаған ширҡәттәренә ярҙам саралары ҡаралды. Һүҙ ер участкаларын кадастр рәсмиләштереүе, ширҡәттәрҙең электр селтәре инфраструктураһы, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу тураһында барҙы. Бынан тыш, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү, янғын хәүефһеҙлеген күтәреү һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлеге тураһында барҙы. – Өс йыл дауамында баҡсасылыҡ ширҡәттәре үҫешенең заманса инфраструктураһын булдырабыҙ, - тине Радий Хәбиров. – 1,5 мең баҡсасылыҡ коммерцияға ҡарамаған ширҡәтенең 300-ө тирәһе ярҙам алды. Өс йыл өсөн был күп. Төбәк етәксеһе баҡсасылыҡ коммерцияға ҡарамаған ширҡәттәре менән эшләү, ярҙам итеү һиҙелерлек артҡан. Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә был эшмәкәрлекте даими дауам итергә, профилле дәүләт ҡаҙна ойошмаһын ойоштороу буйынса тәҡдимде әҙерләргә ҡушты. Закондар сығарыу кимәлендә лә өҫтәмә ярҙам сараларын эшләүҙе планлаштыралар. Был хаҡта Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һөйләне. Ул “Башҡортостан Республикаһында үҙ ихтыяж өсөн граждандарҙың баҡсасылыҡты алып барыуы тураһында”ғы Закондың һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы. Түңәрәк өҫтәл һөйләшеүендә баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса субсидиялар биреү механизмдарын тормошҡа ашырыу тураһында ла һөйләштеләр. Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов барлыҡ һанап кителгән сараларҙың 2030 йылға тиклем баҡсасылыҡ коммерцияға ҡарамаған ширҡәттәре үҫешенең “юл картаһы”на кертеләсәк тине. Өфө биләмәһендә баҡсасылыҡ коммерцияға ҡарамаған ширҡәттәре тураһында айырым һөйләшеү булды. Был хаҡта Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев һөйләне. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала ҡабул ителгән ярҙам сараларының баҡсасылыҡ коммерцияға ҡарамаған ширҡәттәренең әүҙемлеген дәртләндереүгә йүнәлтелеүе тураһында әйтте. - Беҙ ҙур юл башындабыҙ. Баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә хеҙмәт һәм ял итеүҙең яҡшы шарттарын ойоштороу мөһим, - тине Радий Фәрит улы. Сығанаҡ, фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/175602.html