Башҡортостан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы иҫәпкә алыуҙың федераль дәүләт мәғлүмәт системаһына сүп-сар йыйыу урындары, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү, утилләштереү объекттары һәм полигондар тураһында мәғлүмәт индереү буйынса лидерҙарҙың береһе булды. Республика "Рәсәй экологик операторы" компанияһы төҙөгән рейтингта бишенсе урынды биләй. Беренсе урынды Түбәнге Новгород өлкәһе яуланы, икенсе урында - Силәбе өлкәһе, өсөнсөлә - Свердловск өлкәһе, дүртенсе урынды Иркутск өлкәһе алды. Федераль дәүләт мәғлүмәт системаһына индерелгән ҡалдыҡтар йыйыу урындары һаны Түбәнге Новгород өлкәһендә 35 810 берәмек тәшкил итә, Силәбе өлкәһендә - 33 876, Свердловск өлкәһендә - 28 639, Иркутск өлкәһендә - 26 480, Башҡортостан Республикаһында 37 171 тәшкил итә. Түбәнге Новгород өлкәһендә инфраструктура объекттары - 24, Силәбелә - 35, Свердловскиҙа - 57, Иркутскиҙа - 67, Башҡортостанда 70 һәм ҡалдыҡтар барлыҡҡа килеү сығанаҡтары Түбәнге Новгород өлкәһендә - 526 018, Силәбелә - 169 682, Свердловскиҙа - 380 833, Иркутскиҙа - 101 405, Башҡортостанда - 4 462406. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23193/
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар буйынса мәғлүмәт биреүҙә бишенсе урындабыҙ
2 марта 20242 мар 2024
~1 мин