Тиккә был дата һайланмаған, сөнки 1 март – Башҡорт ғаиләһе көнө. Ныҡлы ғаилә - ил терәге, тиелә мәҡәлдә лә. Башҡорттар элек-электән йолаларына ихтирам менән ҡарай – ете быуыныңды ла яҡшы белеү йолаһы бар. - Баш ҡалала йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы йолаларыбыҙ менән таныштырырға шатбыҙ. Башҡорт йолаларын ҡарарға, үҙеңә сувенир эшләргә, милли туйҙа ҡунаҡ булырға, тағы күп нәмәне күрергә һәм республикабыҙҙың бер өлөшөн үҙегеҙ менән алып китергә саҡырабыҙ, - тип белдерҙе Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Бөгөн, 2 мартта, эшкә урынлаштырыу темаһы була. Экспозицияның төп маҡсаты – һорауҙарға мөмкин тиклем күберәк яуп биреү. Тәжрибәле белгестәр һөнәр һайларға, резюме төҙөргә өйрәтә. Яҙғы оҫталыҡ дәрестәре 3 мартта була. 5 мартта өлкән йәштәгеләрҙе ҡарау серҙәренә өйрәтәсәктәр. 7 мартта инклюзия мәсьәләләре ҡарала. Мәскәүҙә барған “Рәсәй” күргәҙмә-форумын, Рәсәй Президенты Ҡарарына ярашлы, 2024 йылдың 8 июленә тиклем оҙайттылар. Башҡортостан стенд