Найти тему
Башҡортостан гәзите

Был илһөйәрлек дәресенә "бишле" ҡуябыҙ!

Тәтешле районының Сорғолдо ауылында үткән сараны ысын мәғәнәһендә илһөйәрлек, берҙәмлек байрамы тип атарға булыр ине. Бер көн эсендә әллә күпме һағышлы ла, тетрәндергес тә, күңелле лә сараларҙы эсенә алған, “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы үткәрелгән байрам баш ҡала ҡунаҡтарын да үҙенә йәлеп итте. Яҡташтарҙың шатлығын уртаҡлашырға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара союзы президиумы рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр инвалидтарының йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Рафаил улы Ниғәмәтйәнов, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Рәсүл улы Сәйетбатталов, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев, Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Рәфис улы Шәйхисламов, ауылдаштар, махсус хәрби операция зонаһынан ялға ҡайтҡан яугирҙәр, шайморатовсылар ҡатнашты. Сорғолдо ауылы үҙен бөтә илгә данлаған ике Советтар Союзы Геройы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Миңнулла Бәҙретдинов һәм Ғәбделхәй Сәйетов - тап ошо ауыл егеттәре, береһе Украинаның Днепропетровск районы ерендә мәңгелеккә ятып ҡалһа, икенсеһе тыуған ауылына ҡайтып, Киров колхозында хеҙмәт итә. Марттың тәүге иртәһе ил батырҙары һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалыуҙан башланды. Аҙаҡ байрам саралары ауыл мәктәбе һәм мәҙәниәт йорто бинаһына күсте. ”Урам байрамы” йәрминкәһе бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы, борҡоп ҡайнап ултырған самауыр сәйе, Сорғолдо хужабикәләренең тәмле аш-һыуы ҡунаҡтар һәм ауылдаштар күңеленә хуш килде. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли аштары телеңде йоторлоҡ! Ә был ваҡытта Советтар Союзы Геройҙары иҫтәлегенә волейбол буйынса 21-се тапҡыр ойошторолған турнир ҡыҙҙы ғына. Биш команда көс һынашты, тәжрибә тупланы. Клуб фойеһындағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса майҙансыҡ та күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. “Атайҙар советы” һәм “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары, ауыл ирекмәндәре әле лә эш өҫтөндә, кемдер блиндаж шәмдәре әҙерләй, кемдер селтәр үрә, ойоҡбаштар бәйләй, яугирҙәр өсөн гуманитар ярҙам туплана. Советтар Союзы Геройҙарының туғандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, мәктәп уҡыусылары ҡатнашҡан “Илһөйәрлек сәғәте” көслө патриотик рухта, уйланылған, тәрән мәғәнәле булыуы менән иҫтә ҡалды. Айырыуса йәш быуындың, шаймортовсыларҙың сығыштары тулҡынландырғыс, фәһемле булыуы менән сараға ҡабатланмаҫ биҙәк өҫтәне. Байрамдың бөтә һоҡланғыс биҙәктәрен, матурлығын һәм тәрән мәғәнәгә эйә булыуын яҙып та, аңлатып та бөтөп булмаҫ, уны үҙ күҙҙәрең менән күреп, ошо мөхиттә ҡайнау кәрәк. Ауыл майҙанында үткәрелгән спорт ярыштары, “Еҙ ҡыңғырау моңдары” тип аталған ат биатлоны тамашасыларҙы үҙенә тупланы. Ҡашҡаҡ ауылынан саналарға егелгән аттарҙа ярышҡан Фәрхетдиновтар ғаиләһе еңеп сыҡты. Йәйәнән уҡ атып үҙҙәрен мәргәнлектә һынаған егеттәр ҙә булды. Ҡыҫҡаһы, батырҙар, таҫыллылар, мәргәндәр төйәге булған сорғолдолар был юлы ла илһөйәрлек, оҫталыҡ дәресен “бишле”гә тапшырҙы! Динә Арыҫланова. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.