Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йыл башынан 3110 ҡатын йөклөлөк һәм бала тыуыу буйынса пособие алған. Был пособие ҡатындың ике календарь йылы өсөн уртаса эш хаҡынан 100 процент күләмендә түләнә. 2024 йылдың 1 ғинуарынан йөклөлөк һәм бала табыу буйынса ялдың 140 көнөнөң максималь күләме 565 мең һумдан ашыу тәшкил итә. Пособиеның минималь күләме, район коэффициентын иҫәпкә алып, 101 мең һумдан ашыу. Был сумма бер тапҡыр түләнә һәм эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы нигеҙендә бирелә. Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие баланы уллыҡҡа алғандарға ла түләнә. Был ялдың максималь оҙайлылығы – уллыҡҡа алынған баланың тыуғанынан һуң 70 көн, уллыҡҡа алынған ике бала донъяға килгәндә - 110 көн. Түләү бала рәсми рәүештә ғаиләгә алынғандан һуң иҫәпләнә. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Рәсәй Социаль фонды ҡарамағындағы мәсьәләләр буйынса кәңәштәрҙе 8-800-100-00-01 берҙәм телефон буйынса шылтыратып белергә мөмкин. Шылтыратыу бушлай. Фото: “Башинформ”.