Хәҙер күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү – дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. “Йәш ғаиләләргә аҡса сертификаттары тапшырҙым. Әле ишле ғаиләләр өҫтөнлөклө рәүештә дәүләт ярҙамынан файҙалана, – тип яҙған Әлфир Фәрхәт улы. – Рәсәй Федерацияһы граждандары уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү программаһы буйынса улар әле – 26. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы ауылынан Елена менән Марсель Моратовтар бындай статусҡа былтыр ғына эйә булды. Уларҙың өсөнсө балаһы донъяға килде. Бөгөн үк улар үҙҙәренең йорттарын һатып ала йәки төҙөй ала. Был – йәш ғаилә өсөн һиҙелерлек ярҙам”. Ҡырмыҫҡалы районының Һәүәләй ауылынан Әлиә менән Илнар Динисламовтар, Прибельский ауылынан Регина Нафиҡованың дүрт бала тәрбиәләнгән ғаиләһе лә үҙ сиратын көтөп алды. “Һиҙелерлек суммалы сертификаттарға эйә булғандар өсөн шатмын. Хәҙер уларҙың төп маҡсаты – уларҙы дөрөҫ һәм һөҙөмтәле файҙаланыу”, - тип хәбәр итә Әлфир Сабиров. Йәш ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу – Рәсәй Президенты Владимир Путинд