Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уңған ҡатын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр

Арабыҙҙа шундай гүзәл зат вәкилдәре бар, кәрәк икән, хатта ҡыш көнө ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр. Ғәҙәттә, был һүҙҙәр уңғанлығы, бөтмөрлөгө менән алдырған, барлыҡ эште лә еренә еткереп башҡарған, ауырлыҡтарҙы һис зарланыуһыҙ йырып сыға белгән, бәғзеләр өсөн хатта йәшәү өлгөһөнә әүерелгән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата әйтелә. Өҫтәүенә ундайҙарҙың уңған ҡулдарында бәрәкәт бар. Бөгөнгө геройым Рәмзиә Насирова – тап шундайҙарҙан. Яҙмышы – булмышы Ғафури районына барған эш сәфәрҙәренең береһендә осрашып танышҡайным Рәмзиә Сергеевна менән. Быға ла ҡатындың ана шул һәр ваҡыттағыса бөтмөрлөгө, Тыуған ил, ватандаштабыҙ хәстәре менән янып йөрөүе сәбәпсе булды: ауылдаш ҡатындар менән Яңғыҙҡайын ауылы клубында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә маскировкалау селтәрҙәре үрәләр ине. Үҙенең ташып торған энергияһы, әүҙемлеге, етеҙлеге, самимилығы менән йәлеп итте ул беҙҙе. Тап шуға ла ҡасандыр ауылда йәшәргә тип өй һатып алған Рәмзиә Насированы Яңғыҙҡайын халҡы тиҙ үҙ иткәндер, артабан уның даны тотош Ғафури районы буйынса таралғандыр. Ә бит яҙмыш Рәмзиә Сергеевнаны башынан һыйпамаған. Күптән яҡты донъя менән хушлашҡан ғәзиз кешеһенең – атаһының – сығышы менән башҡорт булған Сәмиғулланың да Сергей булып китеүенең үҙенсәлекле тарихы бар. 1943 йылда ул Бөйөк Ватан һуғышына алынған, артабан Япон һуғышында ҡатнашҡан, Алыҫ Көнсығышта булған. Тап унда ирҙең документтарына “Сергей” тип яҙғандар. Ә Рәмзиә үҙе, ике ағаһы кеүек, Өфөлә тыуып үҫкән. 1968 йылда ата-әсәһе ҡыҙҙарына – ике, улдарына дүрт һәм 13 йәш тулған ваҡытта Ҡаҙағстандағы ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү маҡсаты менән сикһеҙ далалары менән дан тотҡан Турғояҡ өлкәһенә юлланған. Артабан яҙмыш уны Алма-Атаға илткән, шунда кейәүгә сыҡҡан һәм ике ҡыҙға әсәй булған, тик бына ғаилә тормошо ғына килеп сыҡмаған. Ҡайғы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңғыҙы йөрөмәй шул: тап ошо ваҡытта һөйөклө әсәһе лә яҡты донъя менән хушлашҡан. Өҫтәүенә үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы аҡсаһыҙлыҡ, етешһеҙлек елегенә үткәс, Рәмзиәгә, ике ҡыҙын олаталары ҡарауына ҡалдырып, Ҡаҙағстандағы военкоматҡа хәрби хеҙмәткә алыуҙарын һорап мөрәжәғәт итергә, хәрби контрактҡа ҡул ҡуйырға тура килә. Шулай итеп, медицина комиссияһын үткәс, мотоуҡсылар взодының артиллерия батальонына эләгә. Уға тәүәккәллек, теүәллек хас Хәрби тәрбиә кешегә ихтыяр көсөнә эйә булырға, шәхес булараҡ формалашырға, башҡа кешелек сифаттарын асырға ярҙам итә, тип тиккә әйтмәйҙәр икән. Рәмзиә Насироваға ла бына ошондай сифаттар: тиҙ ҡарар ҡабул итеү, ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмау, тәүәккәллек, теүәллек кеүек һыҙаттар хас. Ул Алма-Атанан ата-әсәһенең тыуған яғы Башҡортостанға, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы ике туған ағаһына ике ҡыҙы һәм атаһы менән бергә күсенеп ҡайтырға ҡарар итә. Оҙаҡламай Рәмзиә Ғафури районының Яңғыҙҡайын ауылында йорт һатып ала һәм урындағы Ленин исемендәге колхозға эш һорап бара. Ырҙын табағында үлсәүсе, артабан ашнаҡсы булып эшләй. Тап шунда буласаҡ ире – шофер Камил Насиров менән танышалар. Эште оҙаҡҡа һуҙмай егет, Рәмзиәгә өйләнешергә тәҡдим яһай. Был көтөлмәгән хәлде шаяртыу булараҡ ҡабул иткән ҡатын уның башта үҙҙәренә күсеп килергә тәҡдим итә лә был хаҡта онота. Ә бына кис өйөнә ҡайтҡас, Камилдың әйберҙәре менән үҙҙәренә килеүен күреп ғәжәпкә ҡала. Нимә эшләргә!? Кешене өйҙән ҡыуып сығарып булмай бит: башта бер-береһен һынап, күҙләп йөрөгәс, ғаилә булып йәшәргә ҡарар итәләр. Камил да, ысын ир булараҡ, ҡатындың ҡыҙҙарын тиҙ генә үҙ итә, яҡын күрә һәм бер йылдан, ғаиләгә йәм-бәхет өҫтәп, улдары тыуа. Хәҙер Юлиә лә, Регина ла үҙҙәре әсәй инде, күптән ғаиләләре бар. Ауылдаштарының хөрмәтен яулаған Ҙур ғаиләне колхозда алынған эш хаҡына ғына туйындырып булмағанлығын аңлаған ир “Сорғоттнефтегаз” ойошмаһына вахта ысулы менән эшкә урынлаша. Ә уңған хужабикә, балалар тәрбиәләү менән бер рәттән, Президент гранттарын, төрлө проекттарҙы рәсмиләштереү кеүек йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнә. Ауылдаштары төрлө уй-теләктәре менән мөрәжәғәт итә башлайҙар. Балалар өсөн спорт майҙансығы кәрәклеге барыһын да борсоған була. Шулай итеп, был эшкә лә ихлас тотоналар, Ғафури районы хакимиәте вәкилдәре менән берлектә бойомға ашырып та ҡуялар. Артабан икенсе проектты – “Еңеүгә юл – өс туплыҡ”, өсөнсөһөн “Ауыл мәктәбе. XXI быуат” тип исемләйҙәр. Һөҙөмтәлә минифутбол, баскетбол, волейбол майҙансыҡтары хасил була, Яңғыҙҡайын мәктәбендә өс компьютер класы барлыҡҡа килә. Тағы “Бәхет шишмәһе. Өмөт шишмәһе” тип аталған проект та уңышҡа ҡаҙана. Советтар Союзы Геройы З.Л. Әсфәндиәров исемендәге шишмәне лә сыньяһау итеп матурлап ҡуялар. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фондынан еңеү яулаған бишенсе проект һөҙөмтәһендә мемориаль комплексы үҙгәртеп ҡоролған, тағы комплекстың нигеҙе, стенаһы кирбес менән нығытылған. Яугирҙәр исемлеге яңыртылған, шулай уҡ төшөп ҡалғандары өҫтәп яҙылған, парк фонарҙары һатып алып урынлаштырылған, биләмәһенә плиткаәләр һалынған, эскәмйәләр ҡуйылған. Локаль бәрелештәрҙә, махсус хәрби операцияла ҡатнашып һәләк булған яугирҙәрҙең исемлеге лә яҙылып ҡуйылған. – Беҙҙең коммерцияға ҡарамаған ойошма 2020 йылдан уңышлы эшләй: 3,5 миллион һумлыҡ гранттар яуланыҡ, – ти Рәмзиә Насирова. Махсус хәрбиә операция башланғас, кешеләр именлеге, уларҙың бәхетле тормошо өсөн ҡайнап йәшәгән ҡатын ситтә ҡалмай, әлбиттә. Эргә-тирәнән махсус хәрби операцияла булған ир-егеттәр менән даими бәйләнештә. – Үҙебеҙҙең ауылдан, районыбыҙҙан махсус хәрби операцилаТыуған илебеҙ именлеге өсөн көрәшкән ир-егеттәрҙең хәл-әхүәлен даими белешеп торам. Үҙҙәре лә телефондағы ватсабыма яҙа. Тик бына күп осраҡта нимә кәрәклеге тураһында әйтә һалмайҙар шул, – ти Рәмзиә Сергеевна. Былтыр декабрҙә ҡатын Санкт-Петербургҡа барған ваҡытында сығышы Ғафури районынан булған яугир дауаланған госпиталдә булған, башҡа төбәктәрҙән яугирҙәр менән танышҡан. Рәмзиә Сергеевна Ғафури районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар ғына түгел, уларҙың яҡындары менән дә даими аралаша. Кемгә нимә кәрәк, ниндәй ярҙамға мохтаждар, ниндәй ихтыяж кисерәләр – барыһы ла күҙ уңынан төшмәй уңған ҡатындың. “Иремә, ғаиләмә рәхмәт инде. Һәр ваҡыт мине аңлап торалар, ныҡлы терәк-таянысым да улар. Бына ирем һатып алып биргән машинала йәмәғәт эше менән тегендә-бында елдерәм. Иң мөһиме: донъябыҙға тиҙерәк тыныслыҡ килһен ине”, – ти Рәмзиә Насирова. Айһылыу НИЗАМОВА. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.