Быуындар, һөйәктәр һыҙлаймы? Өлкән йәштәгеләр остеопороз ауырыуы тураһында яҡшы белә, уның коксоартроз тигәне лә бар. Һеҙгә бер кәңәш. Бер ағай бына уны нисек дауалаған. "Үҙем ауырып, дарыуҙарҙың файҙаһы аҙ булғанға күрә, халыҡ рецептары менән дауаландым. Файҙаһы бик ҙур булды. Шуға "Бәйләнештә"ге уҡыусыларға ла тәҡдим итәм. Күптән инде быуындарым һыҙлай, дауаханала ла ятып сыҡтым, күпме дарыуҙар эсеп, күпме уколдар ҡаҙаттым, майҙар ҡулландым - файҙаһы бик аҙ булды. Диагноз - “коксоартроз”, “остеопороз” һ.б. Операция кәрәк, тинеләр. Шунан һуң ошо халыҡ рецептын ҡуллана башланым. Тауыҡ йомортҡаһының ҡабығын йыуып, сальмонелла булмаһын өсөн һыуҙа ҡайнатып, киптереп, кофемолкала ваҡлап, порошок яһаным. Шуны иртә менән бер сәй ҡалағы күләмендә сынаяҡҡа һалам, уға лимон һуты өҫтәп биш минут тотам. Русса әйткәндә, "известь гасить" итәм - ул шыжлап тора. Ошоға магазиндан алған ҡуйы ҡатыҡты һалып, болғатып, ас ҡарынға эсәм. Иптәшем дә теҙ быуыны һыҙлауҙан аҙаплана, уға ла операция кәрәк, тинеләр. Ул да шуны эсә башланы. Уға ла файҙаһы тейҙе. Аллаға шөкөр, хәҙерге көндә был ауырыуҙарҙан ҡотолдоҡ", - тип яҙған Ибраһим Фәтихов. ИҒТИБАР! Был мәғлүмәт таныштырыу маҡсатында ғына бирелде. Медицина күрһәтмәләре бар. Дауалаусы табип менән кәңәшләшегеҙ. Нәсих Хәлисов фотоһы. Сығанаҡ: https://vk.com/public213516968