2 мартта Бөтә донъя йәштәр фестивале сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы стендын рәсми асыу тантанаһы үтте, унда тәүге ҡунаҡтарҙың береһе булып Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко, Рәсәй Федерацияһының фән һәм мәғариф министры урынбаҫары Ольга Петрова һәм Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Дамир Фәттәхов булды. Төбәк стендында "Берлога" милли киберфизик платформаһы менән танышырға була, киберспорт турниры үткән кинозал бар, башҡорт бейеүе, башҡорт биҙәүестәре һәм балауыҙҙан шәмдәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. - Фестивалдә төбәк бик юғары кимәлдә күрһәтелә. "Берлога" платформаһы егет-ҡыҙҙары менән уларҙың проекты Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ҡатнашыусы илдәрҙә лә күрһәтеләсәк, тип килештек, - тип комментарий бирҙе Дмитрий Чернышенко. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә донъя йәштәр фестивалендә Башҡортостандан 180 йәш кеше ҡатнаша. Фестиваль 1-7 мартта "Сириус" федераль биләмәһендә үтә. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23194/
Йәштәр фестивалендә Башҡортостан стенды эшләй башланы
2 марта 20242 мар 2024
~1 мин