Был тарихты Әбйәлил районынан Сәфинә Ҡусҡарова бәйән итте. ...70 йәште үткән шул тиклем теремек, шәп апай бар беҙҙең ауылда. Бер нисә йыл элек уның нисек шулай йәштәр кеүек ырғыта баҫып йөрөүенең сәбәбен һорағайным. - Яҙ еткәс, һары һыу ҡуҙғала тигәндәре дөрөҫ бит ул, йә аяҡтар ауырта, йә билдән тота.Шунлыҡтан ошо ваҡытта үләндәрҙе дөрөҫ йыйып ҡулланып ҡалығыҙ, аяҡ аҫтында ятҡан үләндәрҙең дә файҙаһы бик ҙур бит, шуға күрә ете төрлө шифалы үлән йыйып ултырығыҙ, - тип кәңәш бирҙе ул. Бик иғтибар менән уның кәңәштәрен тыңлап, ул әйткәнсә эшләнек, ысынлап та, файҙаһы бар икән. Ҡыш буйы тубыҡтан ыҙалап сыҡҡайным, сәнсеп һыҙлай ине, үләнгә ултырғас, ҡул менән һыпырып ташлағандай булды, тфү-тфү, күҙ теймәһен! Хәҙер инде бер нисә йыл инде яҙҙы, үләндәр менән дауаланыу осорон түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Һеҙҙең иғтибарға ла яҙып үтәйем әле, бәлки, кемгәлер кәрәге тейер.Яҙ етеп, көндәр йылынғас та, май аҙағында йә июнь башында урманға барып (был ваҡыт үләндәрҙең иң шифалы ваҡыты була) уҫаҡ яп