Найти тему
Башҡортостан гәзите

Аҙнаның ике көнөндә генә тырнаҡ ҡырҡырға ярай

Йәкшәмбене ярҙам биреүсе көн тип иҫәпләгән боронғолар. Был көн донъя көндәренең башылыр, яңырыу көнөлөр - был мәлдә тырнаҡ киҫһәң, тормошоңдоң бәрәкәте китер.Дүшәмбе – пәйғәмбәр Мөхәмәт ғәләйһис-сәләм тыуған һәм үлгән көн. Тыуған көнөң дүшәмбе булмағанда был көндө сәфәр сығырға, тырнаҡ киҫергә ярамай.Шишәмбе. Аллаһ Тәғәлә төрлө хыянаттарҙы шишәмбе көндө яралтҡан. Бәхетһеҙлек, уңышһыҙлыҡ көнөҙөр. Айырыуса был көн ҡан көнө булып һанала. Шулай ҙа дауаханаға барырға, тамырҙан ҡан алдырырға ярай, әммә тырнаҡ киҫкән кеше ғауғанан, тауыштан ҡотолмаҫ. Шаршамбы. Был көн – бик аҙ ғына йомшаҡлыҡ көнө. Күгәрсендән башҡа йән эйәләренең бәхетһеҙлек һәм шомланыу көнө. Был көндө тырнаҡ киҫергә бөтөнләй ярамай. Кесаҙна (кесе йома). Аллаһ Тәғәлә йәннәтте һәм йәһәннәмде шул көндә яралтҡан. Йәғни ҡылған доғалар ҡабул ителә торған мәл. Кем был көндә икенде менән аҡшам намаҙы араһында тырнаҡ киҫһә, тәненән рәнйеү китер, шифа булыр. Йома – аҙнаның иң изге, олуғ байрам көнө. Айырыуса был көндәрҙә йома намаҙы, никах уҡыла. Әҙәм ғәләйһис-сәләм йомала донъяға килгән, йомала ожмахҡа ингән, йома көндө ожмахтан сыҡҡан. Тыуған көн йомала булмаһа, тырнаҡ киҫеү өсөн яҡшы көн һанала, әлбиттә, йома намаҙы ваҡытында түгел. Шәмбе теүәлләнде, тамам булды тигәнде аңлата. Ул олуғ хәйлә, уңышһыҙлыҡ килтерә торған көн тип һанала. "Был көндә ау аулау мөбәрәк, тырнаҡ киҫергә ярамай", – тигән боронғолар, сөнки был көндә оса торған ҡоштар ҙа ҡанат тоймай. Йәкшәмбе тырнаҡ киҫһәң, тормоштоң бәрәкәте китер, йәм тапмаҫһың. "Доғалыҡ" китабынан. Сығанаҡ: https://vk.com/club222537088 Г. Ғәббәсова фотоһы.