Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа 1994 йылдың 13 октябрендәге “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы көстәр ветерандары тураһында” ВС-25/38 һанлы Законды үтәү сиктәрендә “Башҡортостан Республикаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына медицина реабилитацияһы һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү” темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Уны һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса парламент комитеты рәйесе Салауат Харасов үткәрҙе. Теманы тикшереүҙә депутаттар, Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник психотерапия үҙәге, Республика табип-физкультура диспансеры һәм башҡалар ҡатнашты. Түңәрәк өҫтәлде асып, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина был теманың дәүләт власы органдарының даими иғтибары үҙәгендә булыуын билдәләне һәм аныҡ ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә иғтибарҙы йүнәлтергә саҡырҙы. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау мини