Белорет районының Ишле ауылы быйыл "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһында ҡатнаша. Тәҡдим ителгән биш проект араһынан күпселек тауыш менән Ишле ауылындағы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә ҡуйылған һәйкәлде ремонтлау эше һайлап алынған. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 390 229 һум аҡса талап ителә. Проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса ауыл халҡы тарафынан төрлө мәҙәни һәм спорт саралары ойошторола. Мәҫәлән, ауыл мәҙәниәт йорто янындағы майҙанда бик сағыу байрам үткәргәндәр. Унда абруйлы ҡунаҡтар – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостандың халыҡ артисы Вилдан Яруллин ҡатнашҡан. Балалар өсөн дә уйындар уҙғарылған. Махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеү акцияларында әүҙем ҡатнашалар – окоп шәмдәре эшләйҙәр, гуманитар ярҙам йыялар. Халыҡты сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу маҡсатында урамда төрлө уйындар үткәрелә. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында хоккей, тюбингта шыуыу бик күңелле булған. "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" п