Башҡортостандың баш ҡалаһы быйыл үҙенең 450 йыллығын билдәләй. Ҡаланың юбилейын байрам итеү тантанаһы бер юлы бер нисә майҙансыҡта үтәсәк, уларҙың иң мөһиме – ҡала советы алдындағы майҙан, “Ватан” этнопаркы һәм “Өфө-арена”. Күп ҡунаҡтарҙың килеүе лә көтөлә. Улар араһында – республиканың ҙур дуҫы, билдәле спорт комментаторы Дмитрий Губерниев. Интервьюла ул өфөләргә һәм Башҡортостан халҡына булған мөхәббәте хаҡында һөйләне, төбәктә спортты үҫтереү кимәлен юғары баһаланы. – Мин Өфөгә лә, тотош Башҡортостанға ла иң йылы хистәр менән ҡарайым. Бында бик күп дуҫтарым бар. Спорт үҫешенә, матур кешеләргә, матур ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланам. Һәр ваҡыт бында үҙ йортома ҡайтҡандай киләм. Шуға күрә мине ысын башҡорт тип иҫәпләргә мөмкин! (йылмая), — тип уртаҡлашты Дмитрий Губерниев. Мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе, бөгөн баш ҡалабыҙ Рәсәйҙең иң яҡшы спорт үҙәктәренә инә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Миңә республикала спортты үҫтереү йәһәтенән барған “хәрәкәт” оҡшай. Бында йәшәгән кешеләр – тыуған еренең ҙур ал
