Башҡортостандың халыҡ артисы, популяр йырсы Әнүәр Нурғәлиев үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәләрендә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Юҡ, юҡ, үҙенә түгел, ә ике балаһын бер үҙе тәрбиәләгән Фирзәткә. Әлшәй районының Әүрезтамаҡ ауылында йәшәгән Фирзәт Исмаиловтың ҡатыны Маргарита балаларының береһенә – 2 йәш тә 6 ай, икенсеһенә бер йәш булғанда ташлап сығып киткән булған. “Фирзәт – минең ауылдаш. Дүрт йыл элек Артем менән Артурҙы әсәләре ташлап сығып китте һәм хәҙер ҡайҙалыр Себерҙә йәшәй. Был балаларға ҡасандыр Фирзәтте тәрбиәләп үҫтергән инәйе – минең әсәйемдең дуҫ ҡыҙы әсәй булды. 22 февралдә Тәнзилә апай вафат булды, уға 86 йәш ине. Аҡыллы малайҙар. Уларҙы аҡрынлап аяҡҡа баҫтырырға ниәт. Ҡатыным менән, был балаларҙы ташламайбыҙ, тип ҡарар иттек. Хәҙер балаларыбыҙ артты – Диананың балалары, бына хәҙер Фирҙәттең балаларына бергәләп ярҙам итербеҙ, уларҙы аяҡҡа баҫтырырбыҙ. Был егеттәр ҙур кеше булырға, илебеҙҙең һаҡсылары булырға тейеш. Барыбыҙ ҙа ярҙам ҡулы һуҙҙаҡ, беҙҙән дә яҡшы кеше б