Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы Советының Өфөлә үткән ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров алып барҙы. Көн тәртибендә – округ төбәктәрендә власть һәм урындағы үҙидара органдарына ышаныс кимәлен күтәреү. Ултырышты асып, Игорь Комаров халыҡтың власть органдарына һәм ижтимағи ойошмаларға ышанысы кимәлен күтәреүҙең ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡто һаҡлауҙа һәм илдең алға барыуында төп фактор булыуын билдәләне. “Волга буйы федераль округы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып кире бәйләнештең төрлө сервистарын булдырҙы, артабан улар ҙур федераль платформаларға әйләнде. Төбәк башлыҡтары социаль селтәрҙе әүҙем файҙалана, – тине Игорь Комаров. – Мәғлүмәт технологиялары үҫә барған һайын коммуникация каналдары ла арта. Был мәғлүмәт ресурстарын власть менән йәмғиәттең конструктив диалогы һәм хеҙмәттәшлеге өсөн әүҙем ҡулланырға кәрәк”. Ултырышта Башҡортостан Башлығы власть органдарына ышанысты арттырыу буйынса төп эш алымдары һәм Волга буйы федераль округы төбәктәренең ошо йүнәлештәге иң яҡшы ғәмәлдәре тураһында һөйләне. “Беҙ хеҙмәттәштәрем - төбәк етәкселәре менән бергәләп ҙур кимәлдәге “тура линиялар”, матбуғат конференциялары, осрашыуҙар, граждандарҙы ҡабул итеүҙәр ойошторабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Шулай ҙа туранан-тура аралашыу мөһимерәк, ә был ябай бурыс түгел. Йылдар дауамында кешеләрҙә күп һорауҙар йыйылған, был уларға тыныс йәшәргә бирмәй, шуға күрә әңгәмәләр ҡырҡыу төҫ тә алғылай. Был осраҡта властың бурысы – тыныс һәм йөкмәткеле итеп һорауҙарға яуап биреү”. Шул уҡ көндө Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы төбәктәре етәкселәренең кәңәшмәһендә лә ҡатнашты. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы ултырышында ҡатнашты
1 марта 20241 мар 2024
1 мин