Йәрмәкәй районының Усман-Ташлы ауылынан Алһыу Мәрҙәншина - хөрмәткә лайыҡлы гүзәл заттарыбыҙҙың береһе. Донъяһын да көтә, ауылдың йәмәғәт эштәренә лә өлгөрә ул. Күгәрсен районы ҡыҙы 1988 йылдан алып Йәрмәкәй районы килене. Себер, Татарстан яҡтарында йәшәп ҡайтҡас, һуңғы 30 йылда ғаилә Усман-Ташлы ауылында төпләнә. “Силәгенә күрә ҡапҡасы” тигәндәй тормош иптәше Раил Абзал улы ла донъя көтөүгә егәрле. Күпләп мал, ҡош-ҡорт үҫтереп файҙа килтерә. Алһыу Сәлим ҡыҙы иһә тәүҙә почта бүлексәһендә хеҙмәт итә, 2013 йылдан китапханасы эшен башҡара. Бер үк ваҡытта ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе, ауыл биләмәһе депутаты ла ул. Халыҡ менән уртаҡ тел таба белеү был яуаплы эштәрҙе башҡарырға булышлыҡ итә. Тағы ла бер матур сифатҡа эйә конкурсантыбыҙ – ул биш бала әсәһе. Иң өлкәне махсус хәрби операцияла хеҙмәттә, иң кесеһе 8-се класта уҡый. Балаларының өләсәй тәрбиәһе күреп үҫеүенә лә һөйөнә әңгәмәсем. Килен-ҡәйнә булып 30 йыл бергә ғүмер итә улар. -Ҡәйнәм 93 йәшендә мәрхүм булды. Балаларымды үҫтергәндә ул ныҡ ярҙам итте. Намаҙҙа булды, доғалар уҡыны. Шуға улдарым да тәртипле, иманлы. Ҡәйнәм мине лә “ҡыҙым” тип кенә торҙо. Һөйләшеп туя алмай инек, – тип рәхмәттәрен белдерҙе ҡәйнәһенә Алһыу Сәлим ҡыҙы. Хәҙер балалары ҙурайғас, ауылдың йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәүҙән, халыҡҡа файҙалы булыуҙан күңел ҡәнәғәтлеге ала конкурсантыбыҙ. Уға артабан да уңыштар теләйбеҙ. Фотолар: Алһыу Мәрҙәншина архивынан.