Бөгөн, 1 мартта, Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында VIII “Ҡатын – ҡыҙ-милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау сараһы үтте. Әүҙем йәмәғәт лидерҙары араһында йыл һайын үткәрелгән ҡатын-ҡыҙҙар конкурсы Башҡортостандың визит карточкаһына әүерелде, уның форматы үҙенсәлекле. Конкурс өс этапта — муниципаль, төбәк һәм Бөтә Рәсәй этабы үтте. Сараны асыу тантанаһында абруйлы ҡунаҡтар – “Ватан һаҡсылары” фонды рәйесе Анна Евгеньевна Цивилева, “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” Бөтә Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының генераль директоры урынбаҫары Ирина Владимировна Бабакова, республика Башлығының тормош иптәше Каринэ Владимировна Хәбирова, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - финанс министры Лира Заҡуан ҡыҙы Иғтисамова ҡатнашты. "Ватан мәнфәғәттәрен яҡлаусы, үҙ һаулығы һәм үҙ ғүмере хаҡына Тыуған илгә һөйөү һәм тоғролоҡ күрһәткән яугирҙәребеҙ. Шуға күрә улар власть органдарында ла өҫтөнлөклө урындар биләргә, губернаторҙар, сенаторҙар булырға, Дәүләт Думаһында ултырырға, йә