Учалы районының Иҫке Муйнаҡ ауылында юғалған үҫмер Эмиль Ғәниев тураһында мәғлүмәт биргәйнек. 14 йәшлек малай 23 февралдә өйөнән сығып китә һәм ошоға тиклем уның ҡайҙалығы билдәһеҙ. Бөгөн был хәлдә яңы мәғлүмәттәр билдәле булды. Баҡһаң, юғалған көнөндә ул әсәһе менән әрләшкән булған. Әсәһе эшкә киткәс, Эмиль өйөнән сығып китә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул Учалы ҡалаһына барған. Аҙаҡ, төрлө машиналарға ултырып, Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһына барып еткән. Уны водитель таныған һәм ирекмәндәргә шылтыратҡан. Һуңғы тапҡыр малайҙы ике көн элек күргәндәр. Һәм йәнә тынлыҡ. Әйткәндәй, оҙаҡламай уның тыуған көнө, 5 мартта малайға 15 йәш тула. Билдәләре: ҡаҡса кәүҙәле, буйы 140 см, ҡара-һоро сәсле, күҙҙәре һоро төҫтә. Юғалған көндө ҡара-зәңгәр куртка, бәйләнгән ҡара шапка, ҡара салбар, ҡара-зәңгәр кроссовка кейгән. Малайҙың ҡайҙалығы хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8-967-45-94-089 (Анастасия) телефоны буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар. Фото: "Башинформ".