“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт иткән тағы бер егет - "Батыр". Әлшәй яғынан килгән яугир үҙенә 58 йәш тигәс, һис тә ышана алмай торҙом. Егеттәрсә төҙ кәүҙәле, етеҙ ағайҙың йәш күренеүе сере ябай булып сыҡты. Ул электән спорт менән шөғөлләнгән, сәләмәт тормош алып барған, етмәһә бар нәмәгә һәр саҡ позитив һәм йылмайып баға. – Һуғыш өсөн йәш үтеп бара, тип өйҙә ятып ҡалып булманы инде. Йәштәр, бәләкәй балалы атайҙар ҡулдарына ҡорал алған саҡта мин дә сыҙаманым. Тыуған илде яҡлау – ир-аттың эше, йәшкә, хәлгә ҡарап тороу юҡ. Хәрби тәжрибәгә килгәндә, ике йыл армияла хеҙмәт иттем, артиллерист булдым. Бында тиҙ генә барыһы ла иҫкә төштө. Контрактты ярты йылға тип төҙөгәйнем, ваҡыты сыҡһа, тағы оҙайтырмын тип торам, сөнки мин бында кәрәк, – ти “Батыр”. “Башҡортостан” полкында ул РХВЗ бүлексәһендә (радиация, химия һәм биологик һаҡлау ғәскәрҙәре) химия разведкаһында хеҙмәт итә, йыш ҡына алғы һыҙыҡта була. – Полкыбыҙ үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә, ҡаһарман кешеләр йыйылған. Уңышлы һөжүмдәр