Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил, Мәләүез, Учалы һәм Хәйбулла райондары ауыл хужалығы предприятиелары 2024 йылдың ғинуарында Азия һәм Европа илдәренә 2,4 мең тоннанан ашыу майлы етен оҙатты. Продукцияны экспортлау “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының (нацпроекта “Международная кооперация и экспорт”) төп йүнәлештәренең береһе булып тора, тип хәбәр иттеләр төбәктең ауыл хужалығы министрлығында. Россельхознадзорҙың республика буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, дөйөм алғанда 70 партия продукция экспортланған. Һайлап алынған өлгөләр лабораторияла экспертиза үткән. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса, хәүефле карантин организмдары табылмаған. Майлы етен ЕС һәм импортлаусы илдең фитосанитар хәүефһеҙлеге талаптарына тап килә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса агросәнәғәт комплексы экспорты 79% артҡан. Дөйөм алғанда, 2023 йылда республиканан 748 мең тоннаға яҡын төрлө ауыл хужалығы продукцияһы оҙатылған. Бөгөнгө көндә Башҡортостан үҙенең тауарҙарын донъяның 44 иленә экспортлай, ә оҙатыуҙың 59 проценты май — май тармағы продукцияһына тура килә. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға һәм Рәсәй тауарҙары экспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Автор фотоһы.