Найти тему
Башҡортостан гәзите

Үҙе уңған, аҡыллы һәм һәләтле

“Башҡортостан” гәзите социль селтәрҙәге “Бәйләнештә” төркөмөндә “Иң яҡшы ойоштороусы ҡатын-ҡыҙ” конкурсы иғлан итте. Әлеге мәлдә республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан 17 гүзәл зат ярыша. Улар араһында Сибай ҡалаһынан Дилә Фәтҡуллина ла бар. Дилә Урал ҡыҙы Фәтҡуллина 1988 йылдың 25 августында Хәйбулла районының Подольск ауылында донъяға килә. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына уҡырға инә. Уны 2010 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлап, хеҙмәт юлын Сибай ҡалаһындағы гимназияла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, вожатый булып башлай, аҙаҡ Сибай педагогия колледжында студенттарға белем бирә. 2014-2021 йылдарҙа ҡаланың 1-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары була. Һәләтле уҡытыусы Дилә Фәтҡуллина Сибай ҡала хакимиәте грантына үткән “Йәш педагог” конкурсында Гран-при яулай, 2016 йылда “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” төбәк-ара конкурсында ҡатнаша һәм “Иң яҡшы белем биреү проекты” номинацияһына лайыҡ була. Үҙен оҫта ойоштороусы итеп күрһәткән Дилә Урал ҡыҙын 2021 йылдың июнендә Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы директоры вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Уның етәкселегендә башҡорт лицейы яңы һулыш һәм үҫеш ала. Тормош иптәше Динис Йомабай улы Росгвардия хеҙмәткәре. Фәтҡуллиндарҙың татыу ғаиләһендә Ғайсар һәм Рушан исемле улдар үҫә. Әйткәндәй, Дилә Урал ҡыҙы гәзит-журналдарға ла әүҙем яҙыла. “Башҡортостан” гәзитенә 2024 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылып, “Гәзиткә яҙыл да бүләк от!” уйынында бүләк отто. Фото: Дилә Фәтҡуллинаның шәхси ғаиәлә архивынан. #ГодCемьи