Бөгөн - йома көнө, әйҙәгеҙ йортоғоҙға таба еҫе сығарып алығыҙ. Тиҙ генә әҙерләнә торған тәмлекәс рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, күңелегеҙ көр булһын, дуҫтар! Ҡамыр өсөн: бер йомортҡа, ярты стакан шәкәр ҡомо, өй температураһында йомшартылған 100 грамм аҡ май, бер стакан он, ярты сәй ҡалағы ҡамыр йомшартҡыс кәрәк. Был ингредиенттарҙы бергә бутап, йомшаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Уны табаға йәйегеҙ, ситтәрен формалаштырығыҙ һәм эслек әҙерләгәнсе һыуытҡысҡа алып ҡуйығыҙ. Эслек өсөн: 500 грамм магазин ҡаймағы, бер стакан шәкәр ҡомо, өс йомортҡа, бер аш ҡалағы он йә иһә крахмал кәрәк. Барыһын бергә туғырға. Таба тәрән булмаһа, эслек өсөн ингредиентларҙың күләмен аҙыраҡ алһағыҙ ҙа була. Хәҙер ҡамыр йәйелгән табаға үҙегеҙ теләгән еләктәрҙе һалығыҙ. Әйтәйек, ҡурай еләге, сейә, көртмәле, ҡарағат. Уларҙы туңдырғыстан алып, алдан эретеп ҡуйырға кәрәк. Еләк-емеш өҫтөнә ҡаймаҡлы эслекте ағыҙығыҙ. Пирог 180 градусҡа ҡәҙәр йылытылған мейестә 30-40 минут бешә. Табынға бирер алдынан һыуытырға кәрәк. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! Фото: recipes.handmade39.ru