Хәйбулла районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, Бүребай ауылы егете Тимур Абдрахманов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егетәребеҙ именлегенә һәм һәләк булған яҡын дуҫтарының рухына арнап ҡорбан салды. Аҡъяр ауылы "Жәмиғ" мәсетендә ирекмәндәр менән берлектә Ҡорбан ашы үткәрелгән.- Яҡын дуҫым махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәй ине. Һуңғы тапҡыр һөйләшкәндә күңеле ниҙер һиҙгәндер күрәһең, "минең именлеккә ҡорбан салаһыңмы әллә," - тип өндәште. Мин, әлбиттә, шунда уҡ ниәт иттем, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлгөрмәнем, дуҫым һәләк булды. Шуға күрә ҡорбанды һәләк булған яҡташтарымдың рухтарына, бөгөн яуҙа йөрөгәндәренең именлегенә бағышларға булдым, - ти Тимур.Салған ҡорбандарыбыҙ, теләгән изге теләктәребеҙ ҡабул булһын! Егеттәребеҙ имен һау тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтһын! Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.