Бөгөн Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә. Был дата тиккә генә һайланмаған: яҙҙың тәүге көнө яңы тормоштоң башы кеүек ҡабул ителә. Халҡыбыҙ иһә элек-электән ғаилә йолаларын хөрмәт итә, быуын нәҫелдәрен белергә ынтыла. Ғаилә ҡороу, уның ҡиммәттәрен һаҡлау, ырыу-нәҫелде дауам итеү – йәшәйештең төп мәғәнәһе. Һәр кемдең тормош юлы тап ғаиләнән башлана. Яҡындарыңа хәстәрлек, туған телеңә һөйөү, Тыуған илеңә тоғролоҡ, туғандарыңды ҡәҙерләү, олоно – оло, кесене кесе итә белеү, хеҙмәт һөйөү, намыҫ – барыһы ла ғаиләлә тәрбиәләнә. Ғаилә йылыһы иһә һәр кемгә кәрәк. Республикабыҙҙа үткәрелгән “Айыҡ ауыл” конкурсында ихлас ҡатнашҡан Ғафури районының Яугилде ауылынан Ирина менән Илнур Ишмөхәмәтовтар дүрт бала тәрбиәләй. Күп балалы әсә – күрше Бурлы ауылындағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы, ғаилә башлығы “Уңыш” йәмғиәтендә механизатор булып эшләй. Өлкән ҡыҙҙары Алһыу – Фәрүәт Яҡупов исемендәге Бурлы дөйөм белем биреү мәктәбендә IX класта, ә Альбина ошо уҡ белем усағының VII класында уҡый. Ҡыҙҙар сигеү сигергә ярата, спортты үҙ итә, бигерәк тә волейбол уйнарға яраталар. Айгиз иһә Яугилде төп белем биреү мәктәбендә III класта уҡый. Ә Айназға өс кенә йәш әле, шуға күрә әсәһе менән бергә балалар баҡсаһына “эшкә йөрөй”. Ишмөхәмәтовтар ғаиләһе милли йолаларыбыҙҙы һаҡларға ынтыла, төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. – Дүрт балабыҙ – дүрт таянысыбыҙ, шатлығыбыҙ. Уларһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтереп булмай, – ти улар. ҺҮРӘТТӘ: Ирина һәм Илнур Ишмөхәмәтовтар ҡыҙҙары менән. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.