Марттың (буранай) атамаһы Византия менән бәйле тип күҙаллана. Унда ул йылдың беренсе айы булып һаналған. Боронғо Римда ла йыл марттан башланған. Был айҙа римдар һуғыш кампанияларына әҙерлек башлар булған, сиктәрен нығытҡан, шуға ла һуғыш аллаһы Марс хөрмәтенә был айға шундай атама биргәндәр. 1492 йылға тиклем Рәсәйҙә лә йыл март айынан башланыр булған. Иран календары буйынса 21, 22 мартта Яңы йыл билдәләнә. Ә көньяҡ ярымшарҙа март – көҙ миҙгеленең беренсе айы. Март айына бәйле һынамыштар: Март берендә аяҙлыҡ – йәй көнө ҡыярға туҡлыҡ. Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә. Март сыҡмай – дәрт сыҡмай. Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була. Мартта көн менән төн тиңләшә. Марттың шартын апрель сығарыр. Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йәй яҡшы килер. Мартта ҡар өҫтөндәге һалам ҡарға эреп инһә, бер айҙан ҡар китер. Оҙон боҙбармаҡтар – яҙҙың оҙаҡҡа һуҙылыуына. Ҡоштар йылы яҡтан көтөү-көтөү булып килһә – ныҡлы яҙға. Ҡыр ҡаҙҙары бейектән осһа, һыу күп, түбәндән осһа – аҙ була. Торналар ир