Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан төҙөүселәре өсөн мәғлүмәт моделен индереү буйынса стратсессия үтте

Өфөлә БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы һәм Рәсәй Төҙөлөш министрлығының республика төҙөүселәре өсөн мәғлүмәт моделен әҙерләү технологияларына күсеү мәсьәләләре буйынса ойошторолған тармаҡ стратегик сессияһы үтте. – Хәҙер төҙөлөштә бер объект та һанлаштырыу этабынан тыш үтмәй: идеянан алып проектты тамамлауға тиклем. Һанлы модель 3D-һүрәт кенә түгел. Был модель бинаның проектлау, төҙөү, эксплуатациялау һәм хатта һүтеү процесындағы бөтә үҙенсәлектәрен иҫәпкә ала, был төҙөүселәргә эште күпкә еңеләйтә. Программа автоматик рәүештә бөтә параметрҙарҙы һанай һәм шунда уҡ был модель эшсе буламы-юҡмы икәнен күрһәтә. Һанлы модель ҡулланыу торлаҡтың үҙҡиммәтен 5-10 процентҡа кәметергә ярҙам итә, был, ахыр сиктә, торлаҡты сифатлы ғына түгел, арзан да итә, – тип билдәләне республиканың төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Артем Ковшов. Сара барышында ДОМ.РФ спикерҙары ТИМ-ды ҡулланыуҙың көнүҙәк мәсьәләләре, Рәсәй программа продукттары, ТИМ-ды уҡытыу мөмкинлектәре, шулай уҡ норматив-хоҡуҡи көйләүҙең үҙгәреүе тураһында һөйләне. “Беренсе трест” дәүләт компанияһы һәм «Талан» дәүләт компанияһы төҙөүселәре “Бионика” объектын проектлаусылар менән берлектә төҙөлөп ятҡан объекттарҙа ТИМ индереү практикаһы хаҡында һөйләне. Бынан тыш, ҡатнашыусылар Өфө дәүләт нефть техник университетының Архитектура-төҙөлөш институты миҫалында уҡыу процесына ТИМ индереү практикаһын тикшерҙе. ӨДНТУ-ның АСИ директоры Дмитрий Кузнецов республикала профессиональ квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙең мөһимлеген билдәләне. Сарала шулай уҡ “Новация” проект оҫтаханаһы, “Ренга Софтвэа”, БР дәүләт экспертизаһы идаралығы һ. б. ҡатнашты. Республиканың төҙөлөш тармағы вәкилдәре ТИМ-ға күсеү менән ҡыҙыҡһынды, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереүҙә әүҙем ҡатнашты, һанлы проекттар индереү тәжрибәһе хаҡында һөйләне. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23175/