“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт иткән егеттәребеҙ менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Ҡыш башында махсус хәрби операция биләмәһендә булған саҡта улар менән күрешеп, аралашыу форсаты тейгәйне. Өфө егетенең позывнойы – “Шайтан”. Үҙе иһә был исем бер нимә лә аңлатмай, башҡа килгән тәүге һүҙ булды тип көлә. Көлөп кенә йөрөһә лә, уның бурысы бик мөһим – барыһын да яғыулыҡ менән тәьмин итеү. “Шайтан” - ГСМ взводы командиры. – Полкты ла, алдынғы һыҙыҡтағыларҙы ла, барыһын да яғыулыҡ менән тәьмин итәбеҙ. Уны барып алабыҙ һәм нөктәләр буйлап таратабыҙ. Бында яғыулыҡһыҙ булмай, шуға күрә беҙ - дошмандың беренсе маҡсат сәбе. Ҡайһы берҙә үҙебеҙҙе дары мискәһендә ултырғандай хис итәбеҙ, тик ҡурҡып ултырып булмай, эште ваҡытында башҡарыу зарур, – ти “Шайтан”. “Шайтан” үҙе элекке хәрби кеше, запастағы прапорщик. 90-сы йылдарҙа көнбайыш төркөмө ғәскәрҙәрендә була. Ә махсус хәрби операция башланғас, контракт төҙөп бында килә. Уға тиклем үҙенең Өфөлә төҙөлөш бизнесы ла була. Тик коронавирус панд
Үҙемде ир-ат булараҡ тағы бер тапҡыр һынап ҡарағым килде
29 февраля 202429 фев 2024
1 мин