Ауыл хужалығы, сәнәғәт, юғары технологиялар, субьекттарға ярҙам
Ил лидеры телмәрендә был йүнәлештәр иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Масштаблы инвестициялар белем биреү, һаулыҡ һаҡлау системаһы, ауыл хужалығы тармағына ҡағылышлы булып, үҙ сиратында һалым тармағын камиллаштырыуға алып килергә тейеш. Был турала ил президенты Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтендә белдерҙе. Йәмәғәт урындарын, һәйкәлдәрҙе һаҡлау, ауыл һәм бәләкәй ҡалаларҙа кинозалдар асыу, “Пушкин” картаһы мөмкинлектәрен киңәйтеү, ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре програмамһын асыу – быларҙың барыһы ла яҡын йылдарҙа бойомға ашырыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта ауыл ерендә газ үткәреү, йәмәғәт транспортын яңырытыу ҙа төп бурыстар исемлегендә ҡала. Экология мәсьәләһенә иһә Владимир Путин айырым иғтибар бүлә. Ил етәксеһенең Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе иһә башҡарма власть органдарының киләсәк йылдарға стратегик планы булырға тейеш. Тағы ла шуныһы – Рәсәй үҙ суверенлығын көн һайын үҙе — эше,уңыштары һәм һөҙөмтәһе менән раҫларға тейеш.
фото: is1c.ru
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и Telegram-канал Вести Башкортостан, и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».