29 февралдә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен уҡып ишеттереү тантанаһында ҡатнашты. Мәскәүҙә үткән сарала Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, судьялар һәм губернаторҙар корпусы, төбәктәрҙең закондар сығарыу йыйылыштары рәйестәре, традицион конфессиялар башлыҡтары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Журналистар менән аралашҡанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһенең төп тезистарына аңлатма бирҙе. – Иң элек, Мөрәжәғәтнамәнең махсус хәрби операция, көнбайыш дәүләттәренең беҙгә ҡаршы агрессив сәйәсәте шарттарында булыуын аңлау мөһим. Әммә, бер нимәгә ҡарамаҫтан, был Үҫеш Мөрәжәғәтнамәһе. Дошман булған илдәрҙең беҙгә ҡаршы иғлан иткән кире процестарға ҡарамаҫтан, илебеҙ үҫешә, алға бара. Аныҡлап әйткәндә, был Мөрәжәғәтнамә – социаль. Ул кешеләрҙең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән. “Ғаилә”, “Рәсәй йәштәре”, “Кадрҙар” кеүек яңы милли проекттар ҙа, пер