Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Күҙ йәштәрһеҙ уҡып булмай"

Урта махсус музыка колледжының Сибай филиалында көтөлмәгән һәм күңелле ваҡиға булған. Дүртенсе класс уҡыусыларының дәресенә хәрби хеҙмәткәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Алик исемле яугир килгән. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла булғанда, Хәйбулла районынан махсус рәүештә Сибайға килеп, Милена Хөсәйенова менән осрашырға һәм танышырға булған. Баҡтиһәң, яугир Кременная янында булғанда ҡыҙҙың хатын алған. Ир ҡыҙҙы ҡосаҡлап, уға бүләк тапшырған һәм уларға өйҙән изге хәбәрҙәрҙең һалдаттар өсөн ни тиклем мөһим булыуы хаҡында һөйләгән: «Беҙ балалар яҙған хаттарҙы күҙгә йәш алмайынса уҡый алмайбыҙ, уларҙы үҙебеҙ менән бетеү кеүек йөрөтәбеҙ. Мин дә Миленаның хатын һаҡлап ҡалдым, һәм өйгә ҡайтҡас, бер нимәгә ҡарамаҫтан, уны табырға булдым». Хәрби хеҙмәткәр ҡыҙҙың хатын күрһәтеп, унан юлдарҙы уҡып ишеттергән: «Бөтә пулялар һәм миналар донъяла юғалһын, ғәйепһеҙ кешеләр ғазап күрмәһен. Баштарыбыҙ өҫтөндә һәр ваҡыт ҡояш яҡтырһын һәм күк саф булһын». Яугирҙәребеҙгә рухи ҡеүәт һәм ныҡлыҡ өҫтәгән, тыуғ

Урта махсус музыка колледжының Сибай филиалында көтөлмәгән һәм күңелле ваҡиға булған. Дүртенсе класс уҡыусыларының дәресенә хәрби хеҙмәткәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Алик исемле яугир килгән. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла булғанда, Хәйбулла районынан махсус рәүештә Сибайға килеп, Милена Хөсәйенова менән осрашырға һәм танышырға булған. Баҡтиһәң, яугир Кременная янында булғанда ҡыҙҙың хатын алған. Ир ҡыҙҙы ҡосаҡлап, уға бүләк тапшырған һәм уларға өйҙән изге хәбәрҙәрҙең һалдаттар өсөн ни тиклем мөһим булыуы хаҡында һөйләгән: «Беҙ балалар яҙған хаттарҙы күҙгә йәш алмайынса уҡый алмайбыҙ, уларҙы үҙебеҙ менән бетеү кеүек йөрөтәбеҙ. Мин дә Миленаның хатын һаҡлап ҡалдым, һәм өйгә ҡайтҡас, бер нимәгә ҡарамаҫтан, уны табырға булдым». Хәрби хеҙмәткәр ҡыҙҙың хатын күрһәтеп, унан юлдарҙы уҡып ишеттергән: «Бөтә пулялар һәм миналар донъяла юғалһын, ғәйепһеҙ кешеләр ғазап күрмәһен. Баштарыбыҙ өҫтөндә һәр ваҡыт ҡояш яҡтырһын һәм күк саф булһын». Яугирҙәребеҙгә рухи ҡеүәт һәм ныҡлыҡ өҫтәгән, тыуған яҡтарынан ҡайнар сәләмдәр иткән хаттар яҙайыҡ, уларҙың һәр береһе һәр яугирҙең күңелен йылытһын, тыуған яҡтарына тиҙерәк ҡайтырға өмөт өҫтәһен! Фото һәм сығанаҡ: “Сибайский рабочий” гәзитенән.