Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе барышында ил Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләргә ярҙам итеүҙең яңы сараларын атаны. Ул торлаҡ шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән ғаиләләргә дәүләт ярҙамына айырыуса ҙур иғтибар бүлде. “Былтыр Рәсәйҙә 110 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлдө – 1987 йылдағы иң юғары совет күрһәткесенән – 72,8 миллион квадрат метрҙан 1,5 тапҡырға күберәк. Һуңғы алты йылда Рәсәйҙең миллионлаған ғаиләһе торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан, шул иҫәптән 900 меңдән ашыуы – ғаилә ипотекаһы ярҙамында. Был программа 2018 йылда башланды. Тәүҙә уның менән ике һәм унан күберәк балалы ғаиләләр, һуңынан бер балалы ғаиләләр файҙалана алды. Ғаилә ипотекаһы программаһы ағымдағы йылдың июленә тиклем ғәмәлдә. Төп база параметрҙарын һаҡлап ҡалып, уны 2030 йылға тиклем оҙайтырға тәҡдим итәм", – тине Владимир Путин. Алты йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк. Улар өсөн льготалы кредит ставкаһы элеккесә ҡала – 6 процент. Әле өсөнсө бала тыуғас дәүләт 450 мең һ
Владимир Путин ғаиләләргә ярҙам саралары вәғәҙә итте
29 февраля 202429 фев 2024
1 мин