Әлеге ваҡытта Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе дауам итә. Унда көтөлгәнсә ғаиләгә ярҙам итеү темаһына ҙур иғтибар бүленде. Владимир Путин Рәсәйҙә яңы милли проект – “Ғаилә” милли проектын булдырырға кәңәш итте. “Ил төбәктәре балалы ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн үҙ сараларын булдыра. Тыуым кимәле уртасанан кәмерәк булған төбәктәргә ярҙам итергә тәҡдим итәм. 2030 йылға тиклем бындай төбәктәргә кәмендә 75 миллиард һум аҡса йүнәлтәсәкбеҙ”, – тине Владимир Путин. Президент әйтеүенсә, Рәсәйҙә ярлылыҡ проблемаһы киҫкен булып ҡала. Ул халыҡтың туғыҙ проценттан ашыуына ҡағыла. “Ә күп балалы ғаиләләр араһында ярлылыҡ кимәле 30 процент самаһы тәшкил итә. 2030 йылға тиклем бындай ғаиләләрҙә ярлылыҡ кимәле кәмендә 10 процентҡа тиклем кәмергә тейеш. Дөйөм алғанда, бурыс ябай түгел. Бөтә саралар, инструменттар һөҙөмтәле һәм файҙалы булһын”, – тине ул. Президент быйылғы йылдың Ғаилә йылы тип иғлан ителеүе тураһында хәтергә төшөрҙө. “Ғаиләлә мөхәббәт, бер-береңә ярҙам итеү, ышаныс быуындан-быуынға күсеп килә. Шулай уҡ мәҙәниәт, йолалар, тарих, әхлаҡ тә. Ғаиләнең төп бурысы – балалар тыуҙырыу һәм тәрбиәләү, тимәк, кешелек нәҫелен дауам итеү”, – тине ул. Президент алдағы йылдарҙа демографияны күтәреү мөһим бурыс һәм бының өсөн бик күп эш башҡаралысаҡ, тине. Фото: тура эфирҙан скрин-шот.