Башҡортостанда 14 йәшлек Эмиль Ғәниев ғәйеп булған. Ул 25 февралдә Учалы районының Иҫке Муйнаҡ ауылында өйөнән сығып киткән һәм ҡайтмаған. Был турала “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Учалы ирекмәндәр хәрәкәте” төркөмөндә Анастасия исемле ирекмән хәбәр итә. “Ҡалаға киттем тип кенә әйткән. Башҡа мәғлүмәт юҡ. Учалы – Мейәс трассаһына сыҡҡан, унан теләһә ҡайһы йүнәлештә сығып китеүе ихтимал. Мейәстә булыуы бар. 5 мартта уға 15 йәш тулырға тейеш”, – тиелә социаль селтәрҙәге мәғлүмәттә. Шулай уҡ ирекмәндәр әйтеүенсә, юғалыр алдынын үҫмер менән ниндәйҙер күңелһеҙ ваҡиға булған. Бәлки, ул ҡурҡалыр һәм шуға өйөнә ҡайтҡыһы килмәйҙер. Тик барыбер өйҙә ун көтәләр һәм борсолалар. Билдәләре: ҡаҡса кәүҙәле, буйы 140 см, ҡара-көрән сәсле, күҙҙәре көрән төҫтә. Юғалған көндө ҡара-зәңгәр куртка, ҡара бәйләнгән шапка, ҡара салбар, ҡара-зәңгәр кроссовка кейгән. Малайҙың ҡайҙалығы хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8-967-45-94-089 (Анастасия) телефоны буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар. Фото: "Башинформ".