Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

Бөгөн, Өфө ваҡыты буйынса 14 сәғәттән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе бара. Ул Мәскәүҙә Ҡунаҡ һарайында үтә. Ул депутаттарға һәм сенаторҙарға ғына түгел, ә һәр рәсәйлегә арнала, сөнки унда Президент алдағы алты йылда илдең үҫеш стратегияһын тәҡдим итә. Сығышты залда меңәрләгән кеше тыңлай. Унда депутаттар, сенаторҙар, ведомстволар етәкселәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, төбәктәр башлыҡтары, журналистар һәм башҡалар ҡатнаша. – Эштәр программаһы күп осраҡта төбәктәргә сәфәрҙәргә барғанда әҙерләнде. Мөрәжәғәтнамәлә һүҙ яҡындағы пландар тураһында ғына түгел, стратегик бурыстар хаҡында ла барасаҡ, – тип белдерҙе Владимир Путин, Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһен башлап. Ул был идеяларҙы артабан да йәмәғәтселек тикшереүенә иҫәп тотоуын билдәләне. “Беҙ уларҙы бергәләп кенә ғәмәлгә ашыра алабыҙ”, – тине дәүләт башлығы. Президент Мөрәжәғәтнамәһен төп федераль каналдар һәм социаль селтәрҙәр тура эфирҙа күрһәтә. Текст Президент сайтында баҫыла. Бынан тыш был сараны

Бөгөн, Өфө ваҡыты буйынса 14 сәғәттән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе бара. Ул Мәскәүҙә Ҡунаҡ һарайында үтә. Ул депутаттарға һәм сенаторҙарға ғына түгел, ә һәр рәсәйлегә арнала, сөнки унда Президент алдағы алты йылда илдең үҫеш стратегияһын тәҡдим итә. Сығышты залда меңәрләгән кеше тыңлай. Унда депутаттар, сенаторҙар, ведомстволар етәкселәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, төбәктәр башлыҡтары, журналистар һәм башҡалар ҡатнаша. – Эштәр программаһы күп осраҡта төбәктәргә сәфәрҙәргә барғанда әҙерләнде. Мөрәжәғәтнамәлә һүҙ яҡындағы пландар тураһында ғына түгел, стратегик бурыстар хаҡында ла барасаҡ, – тип белдерҙе Владимир Путин, Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһен башлап. Ул был идеяларҙы артабан да йәмәғәтселек тикшереүенә иҫәп тотоуын билдәләне. “Беҙ уларҙы бергәләп кенә ғәмәлгә ашыра алабыҙ”, – тине дәүләт башлығы. Президент Мөрәжәғәтнамәһен төп федераль каналдар һәм социаль селтәрҙәр тура эфирҙа күрһәтә. Текст Президент сайтында баҫыла. Бынан тыш был сараны ҡалаларҙың ҙур экрандарында ла күрергә мөмкин. Мәҫәлән, Өфөлә Инорм биҫтәһендә урынлашҡан “Акварин” сауҙа-күңел асыу үҙәгендәге кинотеатрҙа ла ҡарарға мөмкин ине. Фото: скрин-шот.