Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Был помидорҙы Мәскәүгә лә алып китәләр"

Уңған хужабикәләр баҡса миҙгелен асып та ебәрҙе - үрсетмәләр сәсә башланылар. Борос, сәскә үҫтерәләр, хәҙер помидорҙарға ла сират етә. Баҡсасы Фәриҙә Зәйнуллина эре, һутлы помидор үҫтереү серен уртаҡлаша. "Мин ете-һигеҙ йыллап голланд сорты САНРАЙЗ F1 томатын үҫтерәм. Был сорттың рассадаһын хатта Мәскәүгә алып китәләр. Ул иртә өлгөрә. шытып сыҡҡандан һуң 85-100 көндә өлгөрә. Шулай уҡ теплица, парниктар өсөн дә, асыҡ тупраҡта ла бик яҡшы уңыш бирә. Ауырыуҙарға ла бирешмәй.Был помидор бик тәмле лә. Ауырлығы 180-250 грамға етә. Тәбәнәк сорт - бейеклеге 100 сантиметр тирәһе. Гөлнара Күсәрбаева фотоһы. Сығанаҡ: https://vk.com/id476122065

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц