Найти тему
Башкортостан 24

Өфө уттары - 27.02.2024 Уларҙың йөрәгендә – халыҡ моңо

   Өфө уттары - 27.02.2024 Уларҙың йөрәгендә – халыҡ моңо
Өфө уттары - 27.02.2024 Уларҙың йөрәгендә – халыҡ моңо

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.

Йыр кешене йәшәтә лә, йәшәртә лә, йыуата ла. Был донъяла тын ала алмайынса йәшәү мөмкин булмағандай, йыр-моңһоҙ ҙа ғүмер итеп булмай. Халҡыбыҙ ижады ынйыларын алтын бөртөгөндәй һаҡлап, әлеге һәм киләсәк быуынға еткерергә тырышҡандар арабыҙҙа, шөкөр, бар.

"Өфө уттары" тапшырыуының 27-се февралдәге сығарылышын республика һәм халыҡ-ара фольклорсылар конкурстары лауреаты — "Ауаз" башҡорт фольклор ансамбленә арнаныҡ. Ансамблдең етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Нәсимә Тимерова, шулай уҡ төркөмдөң иң әүҙем һәм талантлы артистары Зәлифә Ҡаһарманова һәм Ришат Сәйетгәрәев менән осрашып, талант эйәләренең ижады, ансамблдең эшмәкәрлеге менән таныштыҡ.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и Telegram-канал Вести Башкортостан, и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».