Тормошобоҙҙо яҡшы кешеләр биҙәй. Һәр кем оло йөрәкле, аҡ күңелле, изге йәнле була алмай. Ә беҙҙең арала ошо сифаттарҙың барыһын да үҙендә туплаған ағинәйҙәр бар. Һүҙем Салауат районының Арҡауыл ауылынан педагогия хеҙмәте ветераны Мөслимә Мөхтәбәрова тураһында. Мөслимә Мәһәҙи ҡыҙы Дыуан районының Ҡәҙер ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Һуғыш йылы балаларына тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып үҫергә тура килә. Мәктәпте тамамлағандан һуң ул уҡытыусы дипломына эйә булып, яратҡан һөнәре буйынса хеҙмәт юлын башлай. Тормош юлында ауыл егеттәренең аҫылы булған Сәмиғулла ағайҙы осратып, киләсәген уның менән бәйләй. Йәштәр матур ғаилә ҡороп, татыу ғына йәшәп китә. Уларға Салауат районының төрлө ауылдарында эшләргә тура килә. Һәр ерҙә лә үҙҙәрен яҡшы белгес итеп күрһәтәләр. Мөхәббәт емештәре булып тәүҙә улдары Илдар, һуңынан ике ҡыҙ, ике ул донъяға килә. Һәр ҡайһыһына белем биреп, үҙҙәре кеүек тырыш итеп тәрбиәләп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар. Һуңғы йылдарҙа Фәссәховтар ғаиләһе Арҡауыл ау