Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Тышҡы сауҙа әйләнеше арта

“Халыҡ–ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) былтыр Башҡортостан менән Төркиә араһындағы тауар әйләнеше 2022 йыл менән сағыштырғанда 111,7 процентҡа артҡан. -Ябай булмаған геосәйәси хәл булыуға ҡармаҫтан төбәктең тышҡы иҡтисади бәйлнеше үҫеше йүнәлешендә эште дауам итәбеҙ. Башҡортостан өсөн ҡыҙыҡлы хеҙмәттәшлек йүнәлештәре рәтендә Азия илдәре тора, шул иҫәптән Төркиә. Башҡортостан менән Төркиәнең тауар әйләнеше былтыр 91 процентҡа экспорттан торҙо. Былтыр ғинуар-сентябрь айҙарында Төркиәгә экспорт поставкалары нигеҙен яғыулыҡ-энергетика тауарҙары, химия сәнәғәте продукцияһы, аҙыҡ түлек һәм сеймал тәшкил итте, - ти Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Маргарита Болычева билдәләүенсә, Төркиәгә экспорт оҙатыу үҫешендә Башҡортостан өсөн химия, нефть химияһы, ағас эшкәртеү сәнәғәте, металлургия, агросәнәғәт комплексы өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Төркиә м

“Халыҡ–ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) былтыр Башҡортостан менән Төркиә араһындағы тауар әйләнеше 2022 йыл менән сағыштырғанда 111,7 процентҡа артҡан. -Ябай булмаған геосәйәси хәл булыуға ҡармаҫтан төбәктең тышҡы иҡтисади бәйлнеше үҫеше йүнәлешендә эште дауам итәбеҙ. Башҡортостан өсөн ҡыҙыҡлы хеҙмәттәшлек йүнәлештәре рәтендә Азия илдәре тора, шул иҫәптән Төркиә. Башҡортостан менән Төркиәнең тауар әйләнеше былтыр 91 процентҡа экспорттан торҙо. Былтыр ғинуар-сентябрь айҙарында Төркиәгә экспорт поставкалары нигеҙен яғыулыҡ-энергетика тауарҙары, химия сәнәғәте продукцияһы, аҙыҡ түлек һәм сеймал тәшкил итте, - ти Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Маргарита Болычева билдәләүенсә, Төркиәгә экспорт оҙатыу үҫешендә Башҡортостан өсөн химия, нефть химияһы, ағас эшкәртеү сәнәғәте, металлургия, агросәнәғәт комплексы өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Төркиә менән бәйләнештә инвестициялар өлкәһендә өҫтөнлөклө йүнәлеш - фармацевтика, машиналар эшләү, мәғлүмәт технологиялары, ауыл хужалығы, туризм. Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән билдәләнгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты - 2030 йылға сеймал булмаған энергетик түгел тауарҙары экспорты үҫешен 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа арттырыу. Был саралар Рәсәй Президентының май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.