Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Эшҡыуарҙың пландары ҙур

Салауат ҡалаһында яңы “Кофеварка” ҡәһүәханаһы асылды. Проекттың инициаторы Олеся Панькова яңыраҡ ҡына шәхси эшҡыуар сифатында теркәлгән һәм идеяһын “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты булышлығында тормошҡа ашырған. Ул Салауат ҡалаһының Халыҡ мәшғүллеге үҙәге, Салауат ҡалаһы буйынса республика Халыҡты социаль яҡлау үҙәге, “Минең бизнесым” үҙәге вәкилдәре менән 2024 йылда социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеү тураһында бер нисә осрашыу һәм консультациялар үткәргән. Һөҙөмтәлә килешеүгә ҡул ҡуйыла һәм эшҡыуар үҙ бизнесын асыуға һәм шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыуға 350 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. "Тыуған ҡаламда үҙ бизнесымды аса алыуыма бик шатмын. Рәсәйҙә һуңғы ваҡытта ҡәһүә мәҙәниәте ныҡ үҫешкән. Әлеге ваҡытта тәмле ҡәһүә табыу проблема түгел, шуға ҡулланыусы бигерәк һайлана. Тап шуға ла мин даими рәүештә яңылыҡ индерергә һәм халыҡты ғәҙәти булмаған тәм менән йәлеп итергә планла

Салауат ҡалаһында яңы “Кофеварка” ҡәһүәханаһы асылды. Проекттың инициаторы Олеся Панькова яңыраҡ ҡына шәхси эшҡыуар сифатында теркәлгән һәм идеяһын “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты булышлығында тормошҡа ашырған. Ул Салауат ҡалаһының Халыҡ мәшғүллеге үҙәге, Салауат ҡалаһы буйынса республика Халыҡты социаль яҡлау үҙәге, “Минең бизнесым” үҙәге вәкилдәре менән 2024 йылда социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеү тураһында бер нисә осрашыу һәм консультациялар үткәргән. Һөҙөмтәлә килешеүгә ҡул ҡуйыла һәм эшҡыуар үҙ бизнесын асыуға һәм шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыуға 350 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. "Тыуған ҡаламда үҙ бизнесымды аса алыуыма бик шатмын. Рәсәйҙә һуңғы ваҡытта ҡәһүә мәҙәниәте ныҡ үҫешкән. Әлеге ваҡытта тәмле ҡәһүә табыу проблема түгел, шуға ҡулланыусы бигерәк һайлана. Тап шуға ла мин даими рәүештә яңылыҡ индерергә һәм халыҡты ғәҙәти булмаған тәм менән йәлеп итергә планлаштырам. Артабан менюҙы ҡамыр аштары һәм ҡабымлыҡтар бешереү иҫәбенә киңәйтербеҙ”, - тип билдәләне эшҡыуар Олеся Панькова. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте.