Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бер миллион һум алғың киләме?

Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды «Студент стартапы» конкурсына ғаризалар ҡабул итә башланы. Быйыл илдең ике мең студенты бер миллион һум күләмендә грант алыу мөмкинлегенә эйә. Заявканы 2024 йылдың 15 апреленә тиклем бирергә мөмкин: https://fasie.ru/studstartup/ Коммерция потенциалы күҙалланған технологик проект идеяһы булған РФ юғары уҡыу йорттары студенттары һәм аспиранттары конкурста ҡатнаша ала. Микроэлектроника, пилотһыҙ осоу аппараттары, станоктар эшләү, IT һәм һанлы технологиялар, шулай уҡ шәхси медицина һәм агробиотехнологиялар өлкәһендәге проекттарға өҫтөнлөк биреләсәк. Гранттар Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы тормошҡа ашырған «Университет технологик эшҡыуарлығы платформаһы» федераль проекты сиктәрендә бирелә. 2022 һәм 2023 йылдарҙа Башҡортостандан 162 студент конкурс еңеүселәре булған. Инновациялы идеяң бар икән, стартап ойоштороу теләгең тыуһа, ғариза яҙырға ғына ҡала. Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәгендә бушлай консультация алырға мөмкин. Телефон: 8 (347) 213-10-62., адрес: Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 14. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.