Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылында элек-электән башланғыс мәктәп кенә эшләй. Белем усағында оҙаҡ йылдар Рәзимә Юныс ҡыҙы Сәйетова балаларға белем биреп кенә ҡалмай, уларҙың һәләттәрен үҫтерә, халҡыбыҙҙың төрлө йолаларын, шөғөл-кәсептәрен, милли аш-һыуын, йыр-моңдарын өйрәтә. Ул ошо көндәрҙә уҡыусыларҙың өләсәйҙәрен ҡунаҡҡа саҡырып, бергәләшеп "Талҡан" байрамын үткәргәндәр. Балалар ҡыҙҙырылған ҡурмасты тәмләп ҡараған, уны ҡул тирмәндә үҙҙәре үткәреп, аҙаҡ өләсәйҙәре әҙерләгән талҡандан ауыҙ иткән. "Балаларының саҡырыуын ихлас ҡабул итеп, аллы-гөллө кейенеп, күстәнәстәрен тейәп, өләсәйҙәр беҙгә "Талҡан" байрамына килде. Зәйнизә Тулыбаева, Разифа Илбулова, Яңылбикә Исрафилова, Гөлшат Илбулова икмәк, әпәкәйҙең беҙҙең өҫтәлгә нисек килеүе, ҡурмас ҡурыу, тирмән тартыу, талҡан эшләү, уның файҙаһы тураһында һөйләне. Бойҙай, еләк, сейә, алманан эшләнгән талҡандарын ауыҙ иттерҙеләр. Рәсимә Яҡупова боронғо балалар уйындары менән таныштырып, балаларҙы уйнатып та алды. Уҡыусылар ҙа буш ҡалманы, фәһемле һабаҡ биргән өләсәйҙәргә йыр-бейеү бүләк итеп, һуңынан сәй табынына саҡырҙыҡ.Матур осрашыу өсөн ҙур рәхмәт өләсәйҙәргә!" - тигән Рәзимә Юныс ҡыҙы. Яҙ байрамы алдынан өләсәйҙәргә бик матур бүләк итеп ейән-ейәнсәрҙәре йыр-моң, дәртле бейеүҙәр башҡарған. Фото: Рәзимә Сәйетова.