Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Андрей Назаров та IV “Арт-Ҡоролтай” мәҙәни форумында ҡатнашты

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә “Арт-Ҡоролтай” IV мәҙәни форумында ҡатнашыуы тураһында хәбәр иткән. “Арт-Ҡоролтай” форумының пленар ултырышында ҡатнаштым. Дүрт йыл эсендә форум илебеҙ мәҙәниәтен үҫтереү тренлтары буйынса фекер алышыу өсөн илдә иң эре майҙансыҡтарҙың береһе булды. Мәҙәни инфраструктураны яңыртыуға 5 йыл эсендә 70 млрд һумға яҡын аҡса йүнәлттек. 94 учреждение, шул иҫәптән Ҡурсаҡ театры һәм Сибай концерт –театр берләшмәһе төҙөлдө һәм ремонтланды. Республикала өсөнсө йыл “Айыл мәҙәниәте хеҙмәткәре” проекты тормошҡа ашырыла – 120 белгес торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бер миллион һум ярҙам алды. Был мәҙәни ваҡиғаларҙы актуаллаштырыу һәм тулыландырыу – хәҙер, мәҫәлән Кино фондын төҙөйбөҙ, гранттар билдәләнек һәм 50 млн һумды фильмдар төшөрөүгә йүнәлттек. Беҙҙең өсөн әһәмиәтле тема – мәҙәни-тарихи мирағты һаҡлау, быға яҡынса алты объект инә. 2023 йылда Үзбәкстанда һәм Ҡаҙағстанда башҡорт һабантуйҙары үтте. Рәсәй һәм Белорусь төбәктәренең X форумы ла әһәмиәтле ваҡиға булды. Быйыл шулай уҡ Рәсәй менән Ҡаҙағстан араһында XX төбәк -ара хеҙмәттәшлек форумын юғары дәрәжәлә үткәрәсәкбеҙ, - тип яҙған Премьер-министр. Фото: Андрей Назаровтың шәхси сәхифәһенән.