15-17 мартта беҙҙең төбәк халҡын һайлау участкаларына туғандары һәм яҡындары менән килергә һәм 100000 приз отошонда ҡатнашырға саҡыралар. Был “Бөтә ғаилә менән” ғаилә проектының ҙур эше булып тора. Ул Ғаилә йылы айҡанлы “Мин балаларға ярҙам итәм” йәмәғәт ойошмаһы инициативаһы менән уҙғарыла. Проект федераль партнерҙар һәм NetPrint. компанияһы ярҙамында ойошторола. Нимә эшләргә кәрәк? 15-17 мартта проектта ҡатнашыусы ғаиләләргә һайлау участкаларына килеп тауыш бирергә һәм урындағы фонда дөйөм ғаилә менән фотоға төшөргә. Әгәр ул дистанцияла һайлай икән, фотоны компьютер янында төшөргә була. Ғаилә ағзалары ни тиклем күп, шул тиклем яҡшыраҡ. Артабан фотоны “ВКонтакте” йәки “Одноклассники”лағы үҙ битләүеңдә проекттың мотлаҡ рәсми хештэгын ҡуйып #всейсемьей и #всейсемьей02 баҫып сығарырға. Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, был эштең төп маҡсаты – ғаилә традицияларының илдең йәмәғәт тормошонда һәм уның үҫешеүендә ҡатнашыуын күрһәтеү. Бигерәк тә балаларға һайлауҙың нимә икәнлеге, уның нимәгә тәьҫир итеүе тураһында һөйләү һәм үҙ фекереңде ни өсөн әйтеү кәрәк – ошолар мөһим ти ойоштороусылар. Проект партнеры – NetPrint компанияһы - “Бөтә ғаилә менән һайлауға”проектында ҡатнашып, бар эште лә теүәл үтәгәндәргә 100000 бүләк уйната. Бынан тыш ОЗОН-дан һатып алыуға - 2000 сертификат. Ә һәр ҡатнашҡан ғаиләгә проекттың исемле сертификаты биреләсәк. Бүләкләү 4 апрелдә уҙғарыла. Шул уҡ ваҡытҡа ойоштороусылар йомғаҡ яһап, финалсылар араһында 100 ғаиләгә сәйәхәт тә уйната. Финалист булыу өсөн 15 эште тулыһынса үтәргә кәрәк. Шуныһы мөһим! Проектта һәм бүләк отошта ҡатнашыу өсөн социаль селтәрҙәрҙең береһенән теркәлеү үтергә кәрәк VK: https://vk.com/al_im.php?sel=-223569207 ● Одноклассники: https://ok.ru/group/70000004698632/messages “Бөтә ғаилә менән” проекты тураһында бөтә мәғлүмәтте проекттың рәсми сайтында табырға була: всейсемьей.рф Ҡатнашығыҙ!