Найти тему
Башҡортостан гәзите

Әле Аллаһтың рәхмәтен алыу юлындабыҙ

Динебеҙҙә Рамаҙан айы өс өлөшкә бүлеп ҡарала. Ураҙа тотҡандар әле "Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтен алыу" юлында. “Кем дә кем ураҙаның ниғмәт­тәрен татымай ҡалһа, ҙур отолошта булыр, – тигән пәйғәмбә­ребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. – Рамаҙандың тәүге ун көнө – рәхмәт алыу, урталағылары – гонаһтарҙың кисерелеүе, аҙаҡ­ҡылары тамуҡ утынан азат булыу осоро. Әгәр ҙә өммәтем ураҙаның бөтөн хикмәттәрен, бөйөк­лөгөн, сауаптың күплеген белә торған булһа, был айҙың йылға һуҙылыуын теләр ине”. Рамаҙан мәктәбен лайыҡлы үтәйек, тотҡан ураҙаларыбыҙ, теләк-доғаларыбыҙ ҡабул ителһен, ғаиләләребеҙгә, илебеҙгә именлек насип булһын!Иртәгәгә, 12 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды. Өфө ваҡыты буйынса). Фото: islam.ru