Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров IV “Арт-Ҡоролтай” мәҙәни форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 11 мартта Башҡортстан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция тәртибендә IV “Арт-Ҡоролтай” мәҙәни форумының пленар ултырышында сығыш яһаны. Сара Башҡорт дәүләт опера һәм балет академия театрында үтте. Ҡунаҡтар араһында – Рәсәй мәҙәниәт министры Ольга Любимова, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, һуҡыр һәм насар күргән балаларға ярҙам итеү фондының “Йөрәк саҡырыуы буйынса” попечителдәр советы учредителе һәм президенты Диана Гурцкая, Рәсәй Оборона министрлығының Мәҙәниәт департаменты директоры Артём Горный, шулай ук Беларусь, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Ҡаҙағстан, Абхазия һәм Үзбәкстан делегациялары ла ҡатнашты. Үҙенең сәләмләү һүҙендә Радий Хәбиров төбәк проекттарына ярҙам иткән өсөн Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына рәхмәт белдерҙе. - Һуңғы биш йылда беҙ мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүгә 62 миллиард һумдан ашыу аҡса ебәрҙек, шул иҫәптән федераль бюджеттан да, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Яңыртылған Ҡурсаҡ театры өсөн, Ольга Борисовна, Өфө дәүләт циркын ремонтлауҙа ярҙам иткән өсөн рәхмәт. Башҡортостанда, Волга буйы федераль округында балалар һаны иң күбе, шуға күрә был объекттар беҙҙең өсөн бик мөһим. Рәсәй мәҙәниәт министры Ольга Любимова үҙ сығышында мәҙәниәт өлкәһендә төбәк сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы һәм тармаҡҡа һәр яҡлап ярҙам иткәне өсөн Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерҙе. РФ мәҙәниәт министры билдәләп үткәнсә, Башҡортостан – уникаль үҙенсәлекле мәҙәниәтле төбәк, унда йыл һайын яңы проекттар тормошҡа ашырыла һәм масштаблы мәҙәни ваҡиғалар үтә. Мәҫәлән, Бөтә донъя фольклориадаһы, “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе һәм “Әйҙә, уйнарға!” Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар фестивале тап шундайҙар рәтендә булды. Рәсәй мәҙәниәт министры Ольга Любимова шулай ук Башҡортостандың илһөйәрлек эшен үткәреүҙә индергән өлөшөн дә билдәләп үтте. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк республикаға яугирҙәргә ярҙам күрһәтә, ә күп кенә артистар Бөтә Рәсәй фронт бригадалары составына ингән. Фото: БР Башлығы сайтынан.